54 Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, исраилдар тап шулай эшләне.
Шунан таралыштылар ҙа, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләнеләр.
Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне.
Муса улар эшләгәнде ҡарап сыҡты – бөтәһе лә Раббы ҡушҡанса башҡарылғайны. Муса уларға фатиха бирҙе.
Муса бөтәһен дә Раббы ҡушҡанса эшләне.
Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын.
Артабан Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
Исраилдар, Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, шулай эшләне: улар үҙ байраҡтары аҫтында туплам булып торҙо һәм һәр ҡайһыһы үҙ нәҫел-нәсәбенә ярашлы үҙ ғаиләһе менән юлға сыҡты.
Раббы Мусаға нисек бойорһа, Селофхад ҡыҙҙары шулай эшләне.
Муса менән Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте, Раббы Мусаға левиҙәр хаҡында нимә бойорһа, шуларҙың барыһын да теүәл үтәне.
Болот сатыр өҫтөндә ике көн, бер ай йәки бер йыл торһа, исраилдар ҙа шунса ваҡыт урындарында ҡала, ҡуҙғалмай. Болот күтәрелһә генә ҡуҙғала ине.
Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс Синай сүлендә Ҡотҡарылыу байрамын билдәләнеләр. Исраилдар бөтәһен дә Раббы Мусаға ҡушҡанса башҡарҙы.
Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нимә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.