Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йоил 3:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Раббы Сиондан күкрәр, Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр. Күк менән ер тетрәп торор. Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ, Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Раббы Сиондан күкрәр, Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр, Күк менән ер тетрәп торор. Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ, Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йоил 3:16
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.


Ишет, Раббы, мәрхәмәт ҡыл миңә; Йә Раббы, ярҙамсы бул!» – тинем.


Тик Ул – минең ҡаям, Ҡотҡарыусым, ҡәлғәм. Һәм мин бер ваҡытта ла сайҡалмам.


Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә, тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала.


Шул кеше бейектә йәшәр; Ҡаяларҙағы ҡәлғәләр уның ышығы булыр; Икмәкһеҙ ҡалмаҫ, һыуға зарыҡмаҫ.


Дөрөҫ, унда – киң йылғалар, инештәр илендә Ҡөҙрәтле Раббы беҙҙең менән булыр. Унда ишкәкле кәмәләр инмәйәсәк, Ҙур караптар үтә алмаясаҡ.


Бәһлеүәндәй сығыр Раббы, Яугир кеүек ғәйрәтләнер; Ҡысҡырып һуғыш ораны һалыр, Дошмандарына ҡөҙрәтен күрһәтер.


Һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым, Һине ҡулымдың күләгәһенә йәшерҙем, Күкте кирҙем, донъяны нигеҙгә ҡуйҙым Сионға: „Һин Минең халҡым!“ – тинем».


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Минең өсөн дәһшәт булмаһаңсы! Афәт көнөндә Һин – минең һыйынысым.


Көнсөллөгөм һәм нәфрәтем утында белдерәм: ул көндө Исраил ерендә дәһшәтле ер тетрәү буласаҡ.


Улар арыҫландай ырылдаған Раббы артынан эйәрер. Раббының үкереп ебәреүе булыр – Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр.


Ғамос былай тине: «Сиондан гөрһөлдәй Раббы, Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй, Көтөүлектәр тотош сатнап кибә, Кармәл тауының түбәһе ҡорой».


Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


Раббы игелекле – ҡайғы көнөндә һыйыныр урын, Үҙенә өмөт бағлағанды хәстәрләй.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Тағы бер аҙҙан Мин күк менән ерҙе, Диңгеҙ менән ҡоро тупраҡты тетрәтәсәкмен.


Мин бар халыҡтарҙы дер һелкетәм, Уларҙың хазинаһы бында ағылыр, Мин был Йортто данға күмәсәкмен». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Халҡымды Үҙ көсөм менән ҡеүәтле итермен, Исемемә лайыҡ тормошта йәшәрҙәр. Раббы шулай тип белдерә.


– Йәһүҙә халҡына көс бирәм, Йософ нәҫелен ҡотҡарам. Һөргөндән кире ҡайтарам, Сөнки уларҙы ҡыҙғанам. Мин уларҙан ваз кисмәгән кеүек булырҙар; Сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын; Ялбарыуҙарына яуап ҡайтарырмын.


Ҡәлғәләрегеҙгә ҡайтығыҙ, Эй һеҙ, өмөтө тере әсирҙәр! Күргән ғазаптарың өсөн бөгөн Сион һиңә икеләтә фатиха иғлан итәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ