15 Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры һүнер.
Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ.
Һине һүндереп, күкте ябырмын, Йондоҙҙарҙы ҡараңғыға йәшерермен; Ҡояшты болот менән ҡаплармын, Ай ҙа яҡтылығын һипмәҫ.
Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр, Дер һелкенер күктәр. Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры шиңер.
Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килерҙән алда Ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер!