29 Ул көндәрҙә Үҙ Рухымды хатта Ир һәм ҡатын ҡолдарға ла яуҙырырмын.
Үҙ Рухымды булмышығыҙға иңдерермен, Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәрһегеҙ, ҡанундарымды үтәрһегеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырырһығыҙ.
Мин һеҙгә Рухымды һалырмын һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә».
Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа, ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.