Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йоил 2:18 - Башкирский ВЗ (неполный)

18 Шул заманда Раббы Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Шул заманда Раббы, Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йоил 2:18
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Юғарылағы йортоңдан тауҙарҙы Һин һуғараһың, Эштәреңдең емештәре менән донъя тултыраһың.


Ҡоштар унда ояларын ҡора, Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк.


Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән, Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ.


Бәһлеүәндәй сығыр Раббы, Яугир кеүек ғәйрәтләнер; Ҡысҡырып һуғыш ораны һалыр, Дошмандарына ҡөҙрәтен күрһәтер.


Сит-яттар диуарҙарыңды төҙөр, Батшалары һиңә хеҙмәт итер. Асыуланғанымда һине язалаһам да, Инде илтифат ҡылып, шәфҡәтемде күрһәтәм.


Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


«Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында юҡҡа сыҡманыҡ. Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек.


Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Иғлан ит! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: „Йәрүсәлим менән Сион өсөн йәнем әсенә, – ти. –


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Сион өсөн йәнем әсей Минең, шуға күрә уның дошмандарына ҡарата асыуым уғата көслө».


Сит илаһтары менән Алланы көнләштерҙе, Ерәнгес ғәмәлдәре менән ярһытты.


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, әсирҙәренең дә, азаттарының да ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ, Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн дошмандарынан үс алыр, Үҙенең ерен һәм халҡын паклар».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ