Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йоил 2:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. „Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?“ – тимәһендәр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап, Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. ‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йоил 2:17
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күндер миңә нурыңды, хәҡиҡәтеңде, Улар мине әйҙәп барһын, Һинең мөҡәддәс тауыңа, торлағыңа алып килһен.


Унда мин Алланың ҡорбан усағына, Илаһыма – Һөйөнөсөм, йыуанысыма – килермен; Арфала уйнап Һине данлармын, Эй Алла, Илаһым минең.


Мин иһә мәңге Яҡуп Аллаһы хаҡында һөйләрмен, Уға маҡтау йырлармын.


Уның өсөн урын әҙерләнең, Тамыр йәйеп илгә таралды.


Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла! Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә, беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙеңдең мираҫың ҡыл!


Ул көндө Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер булғаныңды белһен».


Әммә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, улар араларында йәшәгән ҡәүемдәр алдында исемемә тап төшмәһен өсөн быны эшләмәнем. Сөнки исраилдарҙы уларҙың күҙе алдында Мысырҙан алып сыҡҡан сағымда Үҙемде танытҡайным.


Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.


Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт – Яуызлығың арҡаһында абындың һин.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейемдәре кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.


Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин: – Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.


Һәм мин: – Эй Раббы Хаким, туҡтаһаңсы, улайтма. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.


Быға ҡарап: «Раббы Аллаң ҡайҙа һинең?» – Тигән дошманым хурланыр, Шунда үҙ күҙем менән күрермен Урам батҡағы шикелле аяҡ аҫтында тапалғанын.


Бына хәҙер: «Беҙгә ҡарата мәрхәмәтле булһын Алла!» – тип Алланан яҡшы мөнәсәбәт һорап ҡара. Һеҙ шундай ҡорбандар килтергәндән һуң, Ул һеҙгә нисек яҡшы мөнәсәбәттә була алһын? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Бына Муса менән бөтә Исраил йәмғиәте Осрашыу сатыры алдында ҡайғыға батып илашҡан ваҡытта исраилдарҙан берәү үҙенең туғандары эргәһенә мидйән ҡатынын алып ҡайтты.


Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ.


Тик дошман үсәмәһен тип кисектерҙем: „Быларҙы эшләгән Раббы түгел, Был ҡазаның сәбәпсеһе – беҙ“, – тип маһайып йөрөмәһендәр».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ