15 Борғо ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ!
Ҡорбандарығыҙҙың хәжәте юҡ. Ерәнгес Миңә төтәҫләгән хуш еҫтәрегеҙ! Яңы ай байрамдары, шәмбе көндәрегеҙгә, Изге йыйындарығыҙға түҙә алмайым!
Йәһүҙә батшаһы Йошияһ улы Йеһояҡим хакимлығының бишенсе йылында, туғыҙынсы айҙа Йәрүсәлимдә йәшәгән бар халыҡ һәм Йәһүҙә ҡалаларынан Йәрүсәлимгә килгән һәр кемгә Раббыға бағышлап ураҙа иғлан ителде.
Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.
Мөгөҙ ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге тауымда хәүеф иғлан итегеҙ. Илдә йәшәгән һәр кем тетрәнһен! Сөнки Раббы көнө килә, ул бик яҡын.
Ике борғо ла ҡысҡыртһа, бөтә йәмғиәт һинең эргәңә, Осрашыу сатыры ауыҙына йыйылыр.