Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йоил 2:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йоил 2:14
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иртәгәһенә Муса халыҡҡа: – Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине.


Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда: „Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр. Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен, Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм.


Мин иҫкәрткән ул ҡәүем яуыз ҡылығын ташлаһа, Мин уларҙың башына һәләкәт килтереү ниәтемдән баш тартам.


Әгәр һеҙ яҡшылыҡ юлына баҫып игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ.


Бәлки, улар ҡолаҡ һалырҙар ҙа яман юлдарынан кире ҡайтырҙар. Ул сағында Мин дә уларҙың яуыз ғәмәлдәре өсөн бирергә ниәтләгән ҡазаны ебәреүҙән тыйылырмын.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейемдәре кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Күҙ алдында ризығыбыҙ юҡ ителде, Аллабыҙ йортонан һөйөнөс һәм шатлыҡ китте.


Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хак хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Карап башлығы уның янына килеп: – Нишләп йоҡлап ятаһың, тор, үҙ аллаңа ялбар! Бәлки, Ул хәлебеҙгә инер ҙә беҙ харап булмабыҙ, – тине.


Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».


Раббыны эҙләгеҙ, Илдең итәғәтле әҙәмдәре, Раббы ҡанунындарын үтәүселәр, Хаҡлыҡ эҙләгеҙ, Тыйнаҡ булығыҙ – Бәлки, Раббының асыу көнөндә Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр.


Келәттәрҙә орлоҡ ҡалғанмы ни? Йөҙөм дә, инжир ҙа, анар менән зәйтүн ағасы ла әлегәсә емеш бирә алманы. Ләкин бынан ары Мин уларға бәрәкәт яуҙырасаҡмын».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ