Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йоил 1:13 - Башкирский ВЗ (неполный)

13 Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейемдәре кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йоил 1:13
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул көндө Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Һеҙ иһә Раббының ҡаһиндары тип аталырһығыҙ, Аллабыҙҙың хеҙмәтселәре тип йөрөтөрҙәр һеҙҙе. Ҡәүемдәрҙең байлығы менән файҙаланырһығыҙ, Уларҙан килгән мал-мөлкәт менән маҡтанырһығыҙ.


Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила!


Баштарын тап-таҡыр инеп ҡырыр, Ҡайғы кейемен кейер. Һинең өсөн хәсрәтләнеп Әрнеп-әрнеп йәш түгер.


Ҡайғы кейеменә уранырҙар, ҡурҡыуға ҡалырҙар, йөҙҙәренә оялыу яғылыр, баштары ҡырылыр.


Тантаналы көндә, Раббының байрамында һеҙ нимә эшләрһегеҙ?


Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –


Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.


Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. „Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?“ – тимәһендәр».


Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә – ярты һин, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә һиндың өстән бер өлөшө, һәр бәрәс менән бергә һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан килтерегеҙ. Был – йыл әйләнәһенә һәр айҙың башында килтерелә торған ут ҡорбаны.


Бәрәстәрҙең береһе иртәнсәк, икенсеһе кис ҡорбан ителһен.


Һәр бәрәс менән бергә түкмә ҡорбан булараҡ һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ.


Быларҙы айлыҡ һәм көндәлек тотош яндырыу ҡорбандары менән бергә килтерелергә тейешле булған икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандарға өҫтәлмә булараҡ алып килегеҙ. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ