Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йоил 1:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ, Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте, Зәйтүн майы ҡороно.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ, Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте, Зәйтүн майы ҡороно.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йоил 1:10
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һиңә уңышын бирмәҫ. Ер йөҙөндә берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең.


Сөнки Нимрим һыуҙары ҡороған, Кипкән болон, көйгән үлән, һис бер йәшеллек ҡалмаған.


Шарап юҡлыҡтан урамдарҙа ҡысҡырыш, Ҡыуаныстың әҫәре лә ҡалманы, Донъяла шатлыҡ юҡ булды.


Яңы шарап бөттө. Йөҙөм ботаҡтары шиңде. Элек шат йәшәгәндәр бойоҡто.


Уны бушлыҡҡа әйләндерҙеләр, Ташландыҡ ерем алдымда илап ята. Бөтөн ил емереклеккә ҡалды – Бының өсөн бер кемдең дә эсе бошмай.


Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


«Моавтың уңдырышлы еренән Шатлыҡ-ҡыуаныс тартып алынды; Йөҙөм һыҡҡыстарҙан аҡҡан һутты туҡтаттым; Инде геүләшеп уны иҙмәҫтәр. Бында тауыш, тик шатлыҡ ауазы түгел.


Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.


Ырҙын менән йөҙөм һыҡҡыс халыҡты туйындырмаҫ, Яңы шарапҡа өмөттәре аҡланмаҫ.


Йөҙөм һәм инжир ағастары ҡороно, Анар, финик пальмаһы, алма – барыһы ла кипте! Кешеләр араһынан һөйөнөс юҡҡа сыҡты.


Эй һеҙ, эскеселәр, уянығыҙ ҙа илағыҙ; Эй шарап яратыусылар, зар илағыҙ: Шарап ауыҙығыҙҙан тартып алынды.


Раббы халҡына былай тип яуап бирер: «Бына Мин һеҙгә ашлыҡ, яңы шарап, Зәйтүн майы бирермен. Шуларҙы туйғансы ашап-эсерһегеҙ. Башҡаса ҡәүемдәр араһында Һеҙҙе оятҡа ҡалдырмам.


Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ.


Инжир сәскә атмаһа ла, Йөҙөм емеш бирмәһә лә, Зәйтүн емеше уңмаһа ла, Баҫыу ашлыҡ бирмәһә лә, Кәртәлә һарыҡ, Аҙбарҙа һыйыр тормаһа ла –


Ергә, тауҙарға, игенгә, йөҙөмгә һәм зәйтүнгә – Ерҙә үҫкән бөтә нәмәгә; Кешегә һәм мал-тыуарға, Ҡулығыҙҙың барса хеҙмәтенә Мин ҡоролоҡ иғлан иттем».


Затығыҙҙы һеҙҙең язалайым, байрамдарығыҙҙа ҡорбан иткән малдарығыҙҙың тиҙәген йөҙөгөҙгә ырғытам, һеҙ үҙегеҙ ҙә уның менән бергә ырғытыласаҡһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ