Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 9:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Һәр берегеҙ дуҫынан һаҡланһын, Ағай-энегеҙгә ышанмағыҙ, Сөнки туған туғанына аяҡ сала, Күрше күршеһенә яла яға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Һәр берегеҙ дуҫынан һаҡланһын, Ағай-энегеҙгә ышанмағыҙ, Сөнки туған туғанына аяҡ сала, Күрше күршеһенә яла яға.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 9:4
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.


Йөрәгем һулыны ҡороған үлән һымаҡ, Тамағымдан үтмәй ҡапҡан ризыҡ.


Илдәге изгеләргә килгәндә: улар затлы, Бар күңелдән уларға тартылам.


Нәфрәтен йәшергән – ялған һөйләр, ғәйбәт таратыу – ахмаҡлыҡҡа бәрәбәр.


Яҡынына ялған шаһитлыҡ ҡылған кеше Суҡмар, ҡылыс һәм үткер уҡ кеүек.


Сөнки залим яуызлыҡ ҡылмаһа, йоҡлай алмай, берәйһен аяҡтан йыҡмаһа, күҙенән йоҡо ҡаса.


Сөнки уларҙың ризығы – яуызлыҡ, залимлыҡтың шарабын эсәләр.


Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар:


тын алған һайын алдашҡан ялған шаһит, ағай-эненең араһын бутаған зат.


Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек, Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек. Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек, Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк.


Сөнки әйҙәүселәре был халыҡты аҙаштырыр, Улар артынан эйәреүселәр оятҡа ҡалыр.


Хатта туғандарың, үҙ ғаиләң – Улар ҙа хыянат итте һиңә, Артыңдан ҡысҡырып оҙаталар. Алдыңда яҡшы һөйләһәләр ҙә, Ышана күрмә уларға».


Уларҙың бөтәһе лә тиҫкәре һәм башбаштаҡ, Ғәйбәт йөрөтөргә яраталар; Баҡыр йә тимер һымаҡ ҡатылар, Барыһы ла боҙоҡлоҡ ҡылалар.


Уларҙың теле – үлемесле уҡ, Ауыҙҙарынан тик ялған һүҙҙәр сыға; Дуҫына тыштан иҫәнлек теләй, Ә эсенән генә тоҙаҡ ҡора.


Яла яғыусыларың кеше ҡанын түгә. Тауҙарҙағы боттарға ҡорбан ителгән итте ашаусылар, әшәкелек эшләгәндәр,


Халҡың араһында ғәйбәт йөрөтмә. Яҡыныңдың ғүмеренә зыян килтермә. Мин – Раббы.


Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә атаһы берәү түгелме ни? Бөтәбеҙҙе бер үк Алла яратманымы ни? Шулай булғас ни өсөн беҙ, ата-бабаларыбыҙҙың төҙөгән килешеүен боҙоп, үҙебеҙҙең ҡәрҙәштәребеҙгә хыянат итәбеҙ?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ