Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 9:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 «Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар; Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар, Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар, Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 «Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар; Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар, Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар, Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 9:3
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ире ҡайтып ингәнсе Йософтоң кейемен үҙендә ҡалдырҙы.


Тәҡүәнең маҡсаты – ғәҙеллек, яман әҙәмдең кәңәше – мәкер.


Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».


Халыҡ бер-беренә золом ҡылыр, Һәр кем яҡынына дошман булыр, Егет аҡһаҡал алдында оятһыҙ ҡыланыр, Йүнһеҙ әҙәм абруйлыны рәнйетер.


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Сөнки залимлыҡ ут һымаҡ Сәнскәкте, билсәнде ялмап алыр, Ҡара урмандарҙа ялҡынланыр, Төтөн бағанаһы күтәрелер.


Хатта туғандарың, үҙ ғаиләң – Улар ҙа хыянат итте һиңә, Артыңдан ҡысҡырып оҙаталар. Алдыңда яҡшы һөйләһәләр ҙә, Ышана күрмә уларға».


Ул ярлы менән мохтаждың да дәғүәһен яҡланы. Шуңың өсөн тормошо яҡшы булды. Ошо Мине танып-белеү түгелме ни? – тип белдерә Раббы. –


Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм.


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Шунда мин эстән уйланым: «Былары ярлы, наҙан кешеләр. Улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белмәй.


Мин затлыларына барайым, Улар менән һөйләшәйем; Әлбиттә, улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белә», – тинем. Әммә улар ҙа ҡалыптарын емергән, Бауҙарын өҙгәндәр икән.


Уларҙың бөтәһе лә тиҫкәре һәм башбаштаҡ, Ғәйбәт йөрөтөргә яраталар; Баҡыр йә тимер һымаҡ ҡатылар, Барыһы ла боҙоҡлоҡ ҡылалар.


Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.


Һәр кем үҙенең күршеһен алдай, Беререһе лә дөрөҫөн һөйләмәй. Телдәрен ялғанға өйрәтеп бөткәндәр; Хәлдән тайғансы гонаһ ҡылалар.


Уларҙың теле – үлемесле уҡ, Ауыҙҙарынан тик ялған һүҙҙәр сыға; Дуҫына тыштан иҫәнлек теләй, Ә эсенән генә тоҙаҡ ҡора.


Шунан Раббы миңә: – Әле уларҙың бынан да ерәнгесерәк эштәрен күрерһең, – тине.


Әлеге ике батша, мәкер уйлап, бер өҫтәл артына ултырыр һәм бер-береһенә ялған һүҙҙәр һөйләр, ләкин бер нәмә лә барып сыҡмаҫ, сөнки алдан билдәләп ҡуйылған ахыр сәғәте килеп етмәгән әле.


Урлашмағыҙ, ялғанламағыҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ