Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 8:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 8:2
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы. Села


Эй Алла, беҙҙең ҡалҡаныбыҙ, Үҙеңдең мәсихеңдең йөҙөнә күҙ һал!


Һинең ишек алдыңда үткәргән бер көнөм Башҡа ерҙә уҙғарған мең көндән яҡшыраҡ; Алла йортоноң тупһаһында торғаным Залим сатыры түрендә йәшәүҙән артығыраҡ.


Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ.


Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм.


Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар.


«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».


Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.


Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандары килтерҙеләр“».


Уны үлгән ишәк кеүек күмәсәктәр – Һөйрәкләп Йәрүсәлим ҡапҡаһынан Тышҡа сығарып бырғарҙар».


Ул көндө бөтә ер йөҙө, бер сигенән икенсе сигенә тиклем, Раббы һәләк иткән кешеләрҙең мәйете менән тулыр. Мәрхүмдәр өсөн һис кем йәш түкмәҫ, йыйып алып ерләмәҫ; улар тупраҡ өҫтөндә тиҙәк кеүек ятыр.


Үләкһәләр һәм көл ташлана торған үҙән, Ҡидрон ағымынан алып көнсығыштан Ат ҡапҡаһының мөйөшөнә тиклем йәйрәп ятҡан ҡырҙар – барыһы ла Раббы өсөн изге урын булыр. Ҡала башҡа бер ваҡытта ла емерелмәҫ, тар-мар ителмәҫ.


Шуның өсөн Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим тураһында былай ти: „Уның нәҫеленән Дауыт тәхетендә һис кем ултырмаясаҡ. Мәйете көндөҙгө эҫелә лә, төнгө һалҡында ла ерләнмәйенсә ятасаҡ.


Эй ҡатындар, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙы – һыҡтарға, Бер-берегеҙҙе ҡайғы йырына өйрәтегеҙ.


«Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй, Һарайҙарыбыҙға бәреп керә, Урамдарҙа балаларыбыҙҙы, Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте».


«Уларға әйт, Раббы былай тип белдерә: „Кеше мәйеттәре баҫыуҙағы тиреҫ, Ураҡсы артынан ҡалған көлтә һымаҡ ятыр, Уларҙы йыйып алыусы булмаҫ“».


Һине лә, йылғаңдағы барлыҡ балыҡтарҙы ла сүлгә олаҡтырасаҡмын. Һин асыҡ яланда ятасаҡһың һәм һине алып ерләгән кеше булмаясаҡ. Мин һине ем итеп ҡырағай йәнлектәргә, һауалағы ҡоштарға бирәсәкмен.


Һин асыҡ ҡырҙа ятып ҡаласаҡһың. Сөнки Мин әйттем быны, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Исраилдарҙың мәйеттәрен боттары алдына ташлаясаҡмын, һөйәктәрегеҙҙе ҡорбан усаҡтарығыҙ тирәһенә һибеп һаласаҡмын.


Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.


– Кешеләргә бәлә күндерермен, Һуҡыр һымаҡ ҡайҙа барғандарын белмәҫтәр, Сөнки Миңә ҡаршы гонаһ ҡылдылар, – ти Раббы. – Шуға күрә ҡандары һыу һымаҡ ағыр, Эсәктәре тиреҫ һымаҡ туҙрап ятыр.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


бойороҡтарына ҡаршы килеп, башҡа илаһтарға хеҙмәт итһә, уларға, ҡояшҡа, айға йәки башҡа күк есемдәренә табына башлаһа,


Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы, – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ