Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 7:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 7:9
46 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минән башҡа аллаларың булмаһын.


Ҡорбандарығыҙҙың хәжәте юҡ. Ерәнгес Миңә төтәҫләгән хуш еҫтәрегеҙ! Яңы ай байрамдары, шәмбе көндәрегеҙгә, Изге йыйындарығыҙға түҙә алмайым!


Аллаларына тоғро халыҡтай Улар туҡтауһыҙ Мине эҙләгән була. Раббының ҡанунын онотмаған халыҡ һымаҡ Юлдарымды өйрәнергә теләй. Минән ғәҙел хөкөм һорай, Алланың яҡын булыуын теләй.


Шулай итеп, Мин бөтә яуызлыҡтары өсөн Халҡыма хөкөм ойошторам, Сөнки Үҙ халҡым Мине ташланы, Башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, Үҙ ҡулдары яһаған боттарға сәждә ҡылды.


Эй Йәһүҙә халҡы, нисә ҡалаң, шул саҡлы уҡ илаһтарың бар һинең. Йәрүсәлим урамдары күпме булһа, әшәке Бәғелгә ҡорбан усаҡтарығыҙ шунса».


Һине ултыртҡан Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе башыңа бәлә килтерергә ҡарар итте, сөнки Исраил менән Йәһүҙә халҡы золом ҡылды. Бәғелгә хуш еҫ төтәҫләп, Раббыны асыуландырҙы.


Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр.


Ә халҡым Мине онотто, Бер яраҡһыҙ боттарға хуш еҫ төтәтә! Был илаһтар уны абындырҙы, Боронғо юлдарынан тайпылтып, Һуҡмаҡтарҙан, тапалмаған юлдан алып китте.


Сөнки Йәрүсәлим халҡы Мине ташланы, был урынды нәжесләне. Үҙҙәре лә, ата-бабалары ла, Йәһүҙә батшалары ла белмәгән башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр һәм был ерҙе ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны менән һуғарҙылар.


Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йоттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит!


Йәһүҙә кешеләре ҡылған яуызлыҡтар өсөн булды был. Улар үҙҙәре лә, һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, уларға хеҙмәт итеп, Мине асыуландырҙылар.


Ни өсөн һеҙ үҙ ҡулдарығыҙ эшләгән боттарығыҙ менән Мине асыуландыраһығыҙ, үҙегеҙ йәшәргә тип килгән Мысыр ерендә сит илаһтарға хуш еҫ төтәтәһегеҙ? Былай бит һеҙ үҙегеҙҙе һәләк итәһегеҙ. Ерҙәге бөтә ҡәүемдәрҙең ҡарғыш һәм мәсхәрәһенә дусар буласаҡһығыҙ!


Йәһүҙәлә, Йәрүсәлим урамдарында ата-бабаларығыҙҙың, Йәһүҙә батшаларының һәм уларҙың ҡатындарының, үҙегеҙҙең һәм ҡатындарығыҙҙың ҡылған золомдарын оноттоғоҙмо ни?


Моавта ботҡа табыныу ҡалҡыулыҡтарында ҡорбан килтереүселәрҙе, илаһтарына хуш еҫле матдәләр төтәтеүселәрҙе юҡ итермен, – тип белдерә Раббы. –


Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһәләр ҙә, Асылда, биргән анттары ялған».


«Нисек Мин һине ғәфү итәйем, Исраил? Балаларың Мине ташланы, Алла булмағандар менән ант итәләр. Мин уларҙы туйҙырҙым, ә улар зина ҡылды, Фәхишәләрҙең өйҙәренә ағылды.


килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды йәберләмәһәгеҙ, был урында ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәһәгеҙ, башығыҙға бәлә алып, сит илаһтарға табынмаһағыҙ,


Ә атаһы үҙенең ғәебе арҡаһында үлер. Сөнки аяуһыҙ рәнйетте, ҡәрҙәшен таланы, Халҡы араһында яманлыҡ ҡылды.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Аталарығыҙ һымаҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе нәжесләмәйһегеҙме? Уларҙың ерәнгес боттары артынан эйәреп зина ҡылмайһығыҙмы?


Балаларын боттарына ҡорбан итеп килтергән көндө улар Изге торлағыма инделәр һәм уны нәжесләнеләр. Бына нимә эшләнеләр улар Минең йортомда!


Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен.


Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.


Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫом ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.


Шөкөр саҙаҡаһы итеп әсеткеле икмәк яндырығыҙ, Нәфел ҡорбаны хаҡында һөрәнләп йөрөгөҙ! Һеҙ быны эшләргә яратаһығыҙ, исраилдар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Аллаға түгел, ендәргә, Үҙҙәре белмәгән илаһтарға, Ата-бабалары ҡурҡмаған, Һуңғы мәлдә ситтән килеп ингән Яңы илаһтарға ҡорбан салды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ