Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 7:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды йәберләмәһәгеҙ, был урында ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәһәгеҙ, башығыҙға бәлә алып, сит илаһтарға табынмаһағыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды йәберләмәһәгеҙ, был урында ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәһәгеҙ, башығыҙға бәлә алып, сит илаһтарға табынмаһағыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 7:6
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар Раббы фатихаһы менән бик ныҡ үрсей, Раббы мал-тыуарҙарын ишәйтә.


Күптән үк ҡуйылған ыҙан ташын күсермә, етемдәр өлөшөнә һин кермә,


Аяҡтары яуызлыҡҡа табан сабыр, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгер өсөн ашығырҙар. Баштарындағы уйҙары енәйәтсел, Юлдарында – емереклек һәм һәләкәт.


Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр.


Сөнки Йәрүсәлим халҡы Мине ташланы, был урынды нәжесләне. Үҙҙәре лә, ата-бабалары ла, Йәһүҙә батшалары ла белмәгән башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр һәм был ерҙе ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны менән һуғарҙылар.


Улдарығыҙҙы Мин юҡҡа язаланым – Улар киҫәтеүҙе аңламаны. Ҡылысығыҙ, йыртҡыс арыҫландай, Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе үлтерҙе.


Итәктәрең бер ғәйепһеҙ үлтерелгән Ярлы әҙәмдәрҙең ҡанына бысранған. Ә бит һин уларҙы бурлыҡ өҫтөндә тотманың. Әммә шуға ҡарамаҫтан


Тик шуны белегеҙ: әгәр ҙә мине үлтерһәгеҙ, һеҙ ҙә, был ҡала ла, унда йәшәүсе кешеләр ҙә гонаһһыҙ ҡан ҡойоуҙа ғәйепле буласаҡ. Сөнки бөтә ошо һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға төшөрөр өсөн мине ысынлап та һеҙгә Раббы Үҙе ебәрҙе.


Урияһты Мысырҙан алып ҡайтып Йеһояҡим батшаға килтерҙеләр. Батша уны ҡылыс менән сабып үлтертте лә мәйетен ябай халыҡтың ҡәберлегенә ырғыттырҙы.


Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.


Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай.


Әгәрҙә һеҙ ысынлап та дөрөҫ йәшәһәгеҙ, яҡшы ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел эш итһәгеҙ,


Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.


Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды, Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.


Тауҙарҙа боттарға килтерелгән ҡорбандарҙы ашамай, Исраил нәҫеленең боттарына табынмай, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәй; Күрем күргән ҡатынға яҡынламай,


Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар.


Ерегеҙҙә килмешәк төйәкләнһә, уны йәберләмәгеҙ.


Бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. Аллаңдан ҡурҡ, сөнки Аллағыҙ Раббы – Мин.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Әгәр Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын тыңламаһағыҙ, үҙегеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәреп, бөгөн һеҙгә бойорған юлдан тайпылһағыҙ, ләғнәткә дусар булырһығыҙ.


Килмешәккә һәм етемгә хаҡ булмаған хөкөм сығарма. Тол ҡатындың кейемен аманат итеп алма.


«Килмешәкте, етемде, тол ҡатынды ялған хөкөм иткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Әгәр Аллаң Раббыны онотоп, башҡа илаһтар артынан китһәң, уларға хеҙмәт итеп алдарында баш эйһәң, бөгөн шаһитлыҡ ҡылып әйтәм, һеҙ юҡҡа сығасаҡһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ