Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 7:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Раббы йортоноң ҡапҡаһы янына баҫ та кешеләргә бына ошо һүҙҙәрҙе еткер: «Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн был ҡапҡанан ингән барлыҡ Йәһүҙә кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 – Раббы йортоноң ҡапҡаһы янына баҫ та кешеләргә бына ошо һүҙҙәрҙе еткер: «Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн был ҡапҡанан ингән барлыҡ Йәһүҙә кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 7:2
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хужаһының ҡулына ҡараған ҡол, Хужабикәһенең ҡулына баҡҡан ҡол ҡатын һымаҡ Беҙҙең күҙҙәр ҙә Аллабыҙ Раббыға текләгән, Уның беҙгә мәрхәмәтен көтөп ҡала.


Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!


Раббының һеҙгә әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һал, эй Исраил халҡы!


Раббы миңә былай тине: – Бөтә был һүҙҙәрҙе Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында иғлан ит. Әйт уларға: «Был килешеүҙең шарттарын тыңлағыҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ.


Раббы бойороғо буйынса Төфәҫтә пәйғәмбәрлек итеп ҡайтҡандан һуң, Йермеяһ, Раббы йортоноң ихатаһына баҫып, барса халыҡҡа иғлан итте:


– Бар, ошоларҙы Йәрүсәлим халҡына иғлан ит, Раббы былай ти: «Йәш сағыңдағы тоғролоғоңдо, Кәләш сағыңдағы һөйөүеңде, Сүлдә, һис бер нәмә үҫмәй торған ерҙә, Артымдан эйәреп йөрөгәнеңде хәтерләйем.


Эй Яҡуп нәҫеле, Исраилдың бөтә нәҫелдәре, Раббы һүҙен ишетегеҙ!


– Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!


Йермеяһ пәйғәмбәр ҡаһиндар һәм Раббы йортонда торған халыҡ алдында Хананъяһ пәйғәмбәргә яуап ҡайтарып


Шулай ҙа, эй Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, Раббы һүҙен ишет! Раббы һинең турала былай ти: һин ҡылыстан үлмәйәсәкһең,


Кәтип Шафан улы Гемаръяһтың өҫкө ихатала Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урынлашҡан бүлмәһендә Барух Йермеяһтың төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа ҡысҡырып уҡыны.


Ураҙа көнөндә һин Раббы йортона бар. Ундағы халыҡҡа мин һиңә яҙҙырған Раббы һүҙҙәрен төргәк китаптан ҡысҡырып уҡы. Ул көндө Йәһүҙә ҡалаларынан килгән кешеләр ҙә Раббы йортонда була, улар ҙа уҡығаныңды ишетһен.


– Эй Мысыр ерендә булған Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Йермеяһ бөтә халыҡҡа һәм айырыуса ҡатындарға. –


Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:


Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Раббы Рухы мине тышҡа алып сыҡты ла һөйәктәр тулы бер үҙән уртаһына килтереп баҫтырҙы.


Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең.


Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ, Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа, тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?


Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ