Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 7:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Шунан Минең исемемә бағышланған ошо йортҡа килеп, хозурыма баҫаһығыҙ ҙа: „Беҙ ҡотолодоҡ!“ – тиһегеҙ. Бындай ерәнгес эштәрегеҙҙе дауам итер өсөнмө?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Шунан Минең исемемә бағышланған ошо йортҡа килеп, хозурыма баҫаһығыҙ ҙа: „Беҙ ҡотолдоҡ!“ – тиһегеҙ. Бындай ерәнгес эштәрегеҙҙе дауам итер өсөнмө?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 7:10
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйып, уны нәжесләнеләр.


Балаларын боттарына ҡорбан итеп килтергән көндө улар Изге торлағыма инделәр һәм уны нәжесләнеләр. Бына нимә эшләнеләр улар Минең йортомда!


Сөнки улар зина ҡылдылар, уларҙың ҡулында – ҡан. Улар боттары менән зина ҡылдылар. Хатта Минең өсөн тыуҙырған балаларын, ризыҡ итеп боттарына һондолар.


Әле тәүбәгә килдегеҙ һәм Минең күҙемдә дөрөҫ булғанды эшләнегеҙ: һәр берегеҙ ҡәрҙәшегеҙгә азатлыҡ иғлан иттегеҙ һәм хозурымда, Минең исемемә бағышланған йортта килешеү төҙөнөгөҙ.


– Йәһүҙә халҡы күҙ алдымда яуызлыҡ ҡылды, – тип белдерә Раббы. – Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйҙылар, уны нәжесләнеләр.


Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла, Шило хәленә ҡалдырасаҡмын.


Минең исемемә бағышланған ошо йорт һеҙҙеңсә ҡараҡтар ояһына әйләндеме ни? Мин бит быларҙың барыһын да күрә йөрөйөм, – тип белдерә Раббы. –


Һинең менән аяуһыҙ мөғәмәлә итәсәктәр, көс һалып тапҡан малыңды тартып аласаҡтар, үҙеңде яланғас, шәп-шәрә ҡалдырасаҡтар. Оятың, аҙғынлығыңдың хурлығы һәм фәхешлегең асыласаҡ.


Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.


Үҙегеҙҙе изге ҡала исеме менән йөрөтәһегеҙ, Исраил Аллаһына таянаһығыҙ. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Йәһүҙәлә, Йәрүсәлим урамдарында ата-бабаларығыҙҙың, Йәһүҙә батшаларының һәм уларҙың ҡатындарының, үҙегеҙҙең һәм ҡатындарығыҙҙың ҡылған золомдарын оноттоғоҙмо ни?


Шуға күрә әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Итте ҡаны менән ашайһығыҙ, боттарығыҙға табынаһығыҙ, ҡан түгәһегеҙ. Шунан һуң да ерҙе биләмә итеп алырға өмөтләнәһегеҙме?


Ҡолаҡ һал да, Аллам, ишет! Үҙ ҡарашыңды төбә – Һинең исемеңде йөрөткән ҡалабыҙҙың ни рәүешле емерелгәнен күр. Беҙ Һиңә ялбарабыҙ, үҙебеҙҙең тәҡүәлеккә түгел, ә Һинең оло рәхимлегеңә иҫәп тотабыҙ.


Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫом ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.


Шөкөр саҙаҡаһы итеп әсеткеле икмәк яндырығыҙ, Нәфел ҡорбаны хаҡында һөрәнләп йөрөгөҙ! Һеҙ быны эшләргә яратаһығыҙ, исраилдар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».


Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ