Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 5:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында барыҫ һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында ҡаплан һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 5:6
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.


Аттары уның барыҫтан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ, Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй.


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ.


Шунан мин тағы бер януар күрҙем – ул арҡаһында дүрт ҡош ҡанаты булған барыҫҡа оҡшағайны. Өҫтәүенә ул дүрт башлы ине, уға хакимлыҡ хоҡуғы бирелгән ине.


Тәүгеһе арыҫланға оҡшағайны, бөркөттөкө кеүек, ҡанаттары бар ине. Шунан мин күрҙем: уның ҡанаттары йолҡондо, кеше һымаҡ ике аяғына торғоҙоп баҫтырылды һәм уға әҙәм йөрәге бирелде.


Ул иһә, йәш сағында Мысырҙа уйнаш иткәндәрен иҫенә төшөрөп, тағы ла нығыраҡ аҙа бирҙе.


Һәр юлдың сатында табыныу ҡалҡыулыҡтары яһап, үҙеңдең гүзәллегеңде нәжесләнең, һәр үткенсе алдында тарбаңлап яттың һәм фәхешлегеңде арттырҙың.


Дошмандары уға башлыҡ булды, Уны иҙеүселәр рәхәтләнә; Сөнки Раббы гонаһтары хаттин ашҡан өсөн Сионды ғазапҡа дусар итте, Балаларын әсирлеккә дошман ҡыуып алып китте.


Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?


Күңелендәге ниәтен ғәмәлгә ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының ярһыулы асыуы ҡайтмаҫ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп.


Өңөн ташлап сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Ул! Баҫҡынсының ярһыуынан, Раббының аяуһыҙ асыуынан Уларҙың ере сүлгә әйләнде.


Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Үҙеңде етәкләп барған Аллаң Раббыны ташлауың менән Үҙ башыңа быларҙы килтерҙең түгелме?


Дошмандары йәш арыҫландай ырылдай, үкерә, Илен бушлыҡҡа әйләндерҙеләр; Ҡалалары яндырылды, Унда йәшәргә кеше ҡалманы.


Сөнки Һинең алдыңда артыҡ башбаштаҡландыҡ, Гонаһтарыбыҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла, Енәйәттәребеҙ һәр саҡ күҙ алдында, Ғәйебебеҙҙе беләбеҙ.


Кеше ебәртеп батша Йософто азат итте, Халыҡтар хакимы уны иреккә сығарҙы.


– Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ, Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ.


Шуға уны тиҫкәре булмыштары ихтыярына бирҙем, Үҙ белдегенә йәшәһен, тинем.


Ни өсөн был халыҡ аҙашып йөрөй, Ниңә Йәрүсәлим тоғро юлға ҡайтмай? Улар ялғанға сат йәбешеп алғандар, Кире ҡайтыуҙан баш тарталар.


Ниңә йән әсеһе менән ҡысҡыраһың? Йәрәхәттәреңә дауа булмаҫ! Енәйәтең ауыр, Гонаһтарың күп булғанға күрә Һине шул хәлгә төшөрҙөм.


Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.


Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?


Ә бит хатта күктәге ҡауҙы ла үҙ миҙгелен белә. Алатуба ла, ҡарлуғас та, торна ла Ваҡыт еткәс кенә ҡайта. Ә Минең халҡым үҙ Раббыһының Ҡанун-ҡағиҙәләрен белмәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ