2 Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһәләр ҙә, Асылда, биргән анттары ялған».
2 Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһә лә, Асылда, биргән анттары ялған».
Тыңлағыҙ, эй Яҡуп йорто, Исраил исеме менән аталғандар, Йәһүҙәнең орлоғонан таралғандар! Раббы исеме менән ант итәһегеҙ, Исраил Аллаһын саҡыраһығыҙ, Әммә тоғролоҡ һәм тәҡүәлектән алыҫһығыҙ.
Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».
Ләкин, Мысыр ерендә йәшәгән бөтә Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Мин Үҙемдең бөйөк исемем менән ант итәм! – ти Раббы. – Бүтәнсә Йәһүҙәнең Мысыр ерендә йәшәгән халҡынан һис кем, исемемде ауыҙына алып, „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итмәйәсәк.
Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.
Әгәр сүлдә бер ҡуналҡам булһа, Улар араһынан алыҫыраҡ булыр өсөн Мин халҡымды ташлап китер инем! Улар барыһы ла уйнашсылар, Хыянатсылар өйөрө.
Уларҙың һүҙҙәре ялған, Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр, Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише, Ғәҙеллек шытымы үҫеп сығыр.
Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.
Аллағыҙҙың исемен хурламаҫ өсөн, Минең исемем менән ялған ант итмәгеҙ. Мин – Раббы.
Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,
Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –