3 Аллаң Раббы беҙгә ҡайһы юлдан китергә, нимә эшләргә кәрәклеген белдерһен ине.
Ниндәй юлдан барһаң да Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.
Бихисап халыҡтар килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона менәйек, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.
Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ.
Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.
Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы?
Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.