Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 41:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар Раббы йортона икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 41:5
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.


Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне.


Бер ваҡыт Йософтоң ағалары аталарының һарыҡтарын көтөргә Шәхәмгә китте.


Сөнки Ул нисек яратылғаныбыҙҙы белә, Тупраҡ булғаныбыҙ Уның хәтерендә.


Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.


Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.


Гедалъяһ үлтерелгәндең иртәгәһенә – әле был хаҡта бер кем дә белмәй ине –


Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр, Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр. Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар, Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“»


Һәр кем сәсен, һаҡалын ҡырыр, Ҡулдарын йәрәхәтләр, биленә ҡыл туҡыма урар.


Барығыҙ, Шилоға Мин тәү тапҡыр исемемде төйәкләндергән урынды ҡарағыҙ! Халҡым Исраилдың яуызлығы арҡаһында уны нимә эшләткәнемде күрегеҙ.


Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла, Шило хәленә ҡалдырасаҡмын.


Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.


Һеҙ – Аллағыҙ Раббының балалары. Шуға күрә берәйһе үлә ҡалһа, ҡайғы билдәһе итеп, тәнегеҙҙе йәрәхәтләмәгеҙ, башығыҙҙың алғы яғын ҡырмағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ