Йермеяһ 4:7 - Башкирский ВЗ (неполный)7 Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма7 Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүрелдерермен.
Раббы былай ти: – Был урын тураһында һеҙ: «Ул буш, унда кеше лә, януар ҙа юҡ», тип әйтәһегеҙ. Әммә ташланған, кешеләрһеҙ һәм мал-тыуарһыҙ ҡалған Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында яңынан шатлыҡ ауаздары, кәләш менән кейәү тауыштары Раббы йортона йырлай-йырлай шөкөр саҙаҡаһы килтереүселәрҙең: „Күк ғәскәрҙәре Раббыһына шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!“ – тигән һүҙҙәре яңғырап торор. Сөнки был урынға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын һәм бөтәһе лә элеккесә булыр», – ти Раббы.