Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 4:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 4:2
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.


Ҡапҡаһынан – рәхмәт уҡый-уҡый, Инегеҙ ихатаһына маҡтай-маҡтай. Ҙурлағыҙ Уны, шөкөр итегеҙ исеменә.


Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“


Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!


Был илдә кем үҙенә фатиха һорай, Шул Тоғро Алла исеме менән доға ҡылыр. Илдә әгәр берәйһе ант итһә, Тоғро Алланың исеме менән ант итер. Элекке ҡайғылар онотолор, Ҡайғы күҙ алдымдан юҡҡа сығыр».


Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.


Йолҡоп алғандан һуң, Мин уларға яңынан рәхим-шәфҡәт ҡылырмын: һәр береһен үҙ биләмәһенә, үҙ еренә кире ҡайтарырмын.


Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Ул ваҡытта Йәрүсәлимде Раббы тәхете тип атарҙар. Бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә Раббы исемен хөрмәтләргә ағылыр. Бынан ары улар үҙҙәренең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре ҡушҡанса эшләмәҫ.


Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр алдында был ҡала Минең өсөн шатлыҡ, маҡтау һәм шөһрәт инешенә әйләнер. Йәрүсәлим халҡына эшләгән бөтә яҡшылыҡтарымды һәм уларға биргән именлекте күреп был ҡәүемдәр ҡурҡыуға ҡалып тетрәнер.


Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһәләр ҙә, Асылда, биргән анттары ялған».


Әгәрҙә һеҙ ысынлап та дөрөҫ йәшәһәгеҙ, яҡшы ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел эш итһәгеҙ,


Маҡтанмаҡсы булған кеше Мин Раббыны аңлауы һәм белеүе менән маҡтанһын. Донъяла мөхәббәт, хаҡ хөкөм, ғәҙеллек менән эш иткән, Шунан зауыҡланған Минең менән маҡтанһын», – тип белдерә Раббы.


Шул саҡта Мин һинең менән мәңгелеккә йәрәшермен: Хаҡлыҡ, ғәҙеллек, мөхәббәт һәм рәхимлектә Мин һинең менән никахлашырмын.


Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –


Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын».


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Раббы Аллағыҙҙан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.


Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Раббы Аллағыҙға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.


Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит.


Бөгөн бында ҡуна ҡал да, иртәгә, әгәр ҙә ул үҙ бурысын үтәһә, яҡшы, әйҙә шулай итһен. Әгәр ҙә уның ярҙам иткеһе килмәһә, тере Раббы шаһит: һине мин үҙем алырмын. Йоҡла, таң атмай әле, – тине Боғаз.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ