Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 39:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре эскә инеп Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-шар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, ғәскәриҙәр башлығы Нергал-сар-эцер бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре, эскә инеп, Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-сар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 39:3
6 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына, Мин төньяҡтағы батшалыҡтарҙың Барса ҡәүемдәрен саҡырып алам, – тип белдерә Раббы. – Улар килер, батшалары тәхеттәрен Йәрүсәлим ҡапҡаларының алдына, Йәрүсәлимдең диуарҙарын уратып, Йәһүҙәнең бөтә ҡалалары ҡаршыһына ҡуйыр.


Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям.


Шунан һуң Йермеяһ Сидкияһҡа былай тине: – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраил Аллаһы былай ти: «Әгәр һин сығып Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелһәң, йәнеңде һаҡларһың, был ҡала ла яндырылмаҫ. Үҙең дә, ғаиләң дә иҫән ҡалырһығыҙ.


Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, һарай хеҙмәтселәре башлығы Невушазбан, ғәскәриҙәр башлығы Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре,


Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ат тояҡтары күтәргән саң ҡаплап алыр һине. Диуарҙарында тишек асылған ҡалаға бәреп ингәндәгеләй, ҡапҡаларыңдан кергән сағында һыбайлыларҙың, тәгәрмәстәрҙең, яу арбаларының дөбөрҙәүенән диуарҙарың дер һелкенеп торор.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ