Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 38:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 38:4
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Мысыр батшаһы уларға: – Муса, Һарун! Ниңә һеҙ халыҡты эштән айырып йөрөйһөгөҙ? Эшегеҙҙә булығыҙ, – тине. –


Шунда Раббы былай тине: – Эй Йермияһ, Ғанаҫоҫ кешеләре йәнеңде көҫәп һиңә: «Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итмә, юҡһа беҙҙең ҡулдан үләсәкһең», – тип янай.


Мине үлтерер өсөн мәкер ҡорҙолар, Быны Һин беләһең, Раббы. Уларҙың енәйәттәрен ярлыҡама, Гонаһтарына күҙ йомма. Асыуланып язаңды бир: Һинең алдыңда ҡолап ятһындар.


Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр түрәләргә һәм бөтә халыҡҡа: – Был кеше үлем язаһына лайыҡ, уның был ҡалаға ҡаршы пәйғәмбәрлек иткәнен үҙ ҡолағығыҙ менән ишеттегеҙ, – тинеләр.


Мин һеҙҙе һөргөнгә ебәргән ҡалаға именлек теләгеҙ, уның өсөн Раббыға доға ҡылығыҙ. Ҡала имен булһа, һеҙ ҙә имен булырһығыҙ».


Сидкияһ Йермеяһҡа йәшерен ант итеп: – Беҙгә йәшәү биргән тере Раббы шаһит: һине үлтертмәм, йәнеңде көҫәгән кешеләрҙең ҡулына бирмәм, – тине.


Әгәр ҙә түрәләр, һинең менән һөйләшкәнем тураһында ишетеп, яныңа килһә: «Батшаға ниҙәр әйткәнеңде, уның һиңә нимә тип яуап биргәнен беҙҙән йәшермә, юғиһә беҙ һине үлтерәбеҙ», – тиһәләр,


Нерияһ улы Барух, беҙҙе үлтерһендәр йәки Бабилға һөргөнгә алып китһендәр өсөн халдейҙарға тотторорға теләп, һине беҙгә ҡаршы ҡоторта.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ