9 Туғаным Ханамилдан Ғанаҫоҫтағы баҫыуҙы һатып алып, уға ун ете көмөш түләнем.
Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ҡыҙға ярты шекел ауырлыҡтағы танау алҡаһы, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте.
Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.
Әгәр ҙә үгеҙ ҡолдо йәки ҡолиәне һөҙөп үлтерһә, үгеҙҙең хужаһы ҡолдоң хужаһына утыҙ шекел көмөш түләргә тейеш, ә үгеҙҙе таш бәреп үлтереү фарыз.
Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә? Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә? Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ: Иң затлы ризыҡты ауыҙ итеһегеҙ, Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ.
Бер көнлөк ризығың егерме шекел булырға тейеш. Уны көн һайын бер генә ваҡытта ашарһың.
Шулай итеп, мин уны ун биш шекел көмөш һәм бер ярым хомер арпа түләп һатып алдым да: