Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 26:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ни өсөн һин был йорт Шило кеүек буласаҡ, был ҡала ла бер кешеһеҙ, буп-буш ҡаласаҡ, тип Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итәһең? Раббы йортонда булған бөтә халыҡ Йермеяһты уратып алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Ни өсөн һин, был йорт Шило кеүек буласаҡ, был ҡала ла бер кешеһеҙ, буп-буш ҡаласаҡ тип, Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итәһең? Раббы йортонда булған бөтә халыҡ Йермеяһты уратып алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 26:9
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ундайҙар кешеләргә яла яғалар, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә хөкөмдарҙарға тоҙаҡ ҡоралар, Ғәйепһеҙҙе ғәҙел хөкөмдән мәхрүм итәләр.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ уны ошонда яптырып былай тигәйне: – Ни өсөн һин улай пәйғәмбәрлек итәһең? Һин әйтәһең: «Раббы былай ти: „Бына, Мин был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына тапшырам, ул уны баҫып алыр.


Раббы былай ти: – Был урын тураһында һеҙ: «Ул буш, унда кеше лә, януар ҙа юҡ», тип әйтәһегеҙ. Әммә ташланған, кешеләрһеҙ һәм мал-тыуарһыҙ ҡалған Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында яңынан шатлыҡ ауаздары, кәләш менән кейәү тауыштары Раббы йортона йырлай-йырлай шөкөр саҙаҡаһы килтереүселәрҙең: „Күк ғәскәрҙәре Раббыһына шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!“ – тигән һүҙҙәре яңғырап торор. Сөнки был урынға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын һәм бөтәһе лә элеккесә булыр», – ти Раббы.


Ә Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимға, Раббы былай тип әйтә, тигән: «Төргәк китапҡа: „Бабил батшаһы мотлаҡ килер, илде юҡҡа сығарыр, ундағы кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла ҡырып бөтөр!“ тип яҙғаны өсөн һин Йермеяһҡа янаның, төргәкте яндырырға баҙнат иттең.


«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләр төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды, Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.


Ҡала ҡапҡаһы янында, хөкөмдә, фашлағанды, Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ.


Кешеләр әйтә: „Беҙгә аҡыл өйрәтмә! Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә. Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ