Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 2:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 2:8
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.


Сөнки Раббы һеҙгә тәрән йоҡо күндерҙе, Күҙегеҙҙе йомдорҙо, эй пәйғәмбәрҙәр; Аңығыҙҙы томаланы, эй әүлиәләр.


Үҙҙәренә файҙаһы теймәгән халыҡ арҡаһында оятҡа ҡалырҙар. Был халыҡтың ни ярҙамы, ни файҙаһы булмаҫ, Бары оятҡа һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡтар».


Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды.


Көтөүселәр өйөрө йөҙөм баҡсамды харап итте, Биләмәмде тапап бөттө, Минең ғәзиз өлөшөмдө буш сүлгә әйләндерҙе.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Ниндәйҙер халыҡ үҙенең илаһтарын, Асылда улар ысын булмаһа ла – алыштырғанмы? Минең халҡым иһә үҙенең Шөһрәтен Файҙаһыҙ боттарға алмаштырҙы!


Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә, Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Әммә һеҙ ялғанға ышанаһығыҙ, ләкин бының файҙаһы юҡ.


баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр.


Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, харам менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы һәм Мин улар араһында бысрандым.


– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни?


Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәйәсәкһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон.


Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың – Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң? Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла, Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул.


Яҡуп тоҡомон – ҡағиҙәләреңә, Исраил халҡын ҡануныңа өйрәтә. Алдыңда хуш еҫ төтәтә, Усағыңда тотош яндырыу ҡорбандары килтерә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ