Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 2:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Эй Яҡуп нәҫеле, Исраилдың бөтә нәҫелдәре, Раббы һүҙен ишетегеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Эй Яҡуп нәҫеле, Исраилдың бөтә нәҫелдәре, Раббы һүҙен ишетегеҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 2:4
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының һеҙгә әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һал, эй Исраил халҡы!


Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртегеҙ, Тәкәббер булмағыҙ. Сөнки Раббы шулай тине.


Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.


Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.


Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар.


– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.


– Был кешеләрҙең: «Раббы элек Үҙе һайлап алған ике ырыуҙы – Исраил менән Йәһүҙәне кире ҡаҡты», – тип һөйләгәнен ишетмәйһеңме ни? Шунлыҡтан улар халҡымды кәмһетәләр, уны халыҡҡа ла һанамайҙар».


Шулай ҙа, эй Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, Раббы һүҙен ишет! Раббы һинең турала былай ти: һин ҡылыстан үлмәйәсәкһең,


«Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.


– Раббы йортоноң ҡапҡаһы янына баҫ та кешеләргә бына ошо һүҙҙәрҙе еткер: «Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн был ҡапҡанан ингән барлыҡ Йәһүҙә кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!


Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ.


Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ: Тороғоҙ, дәғүәгеҙҙе тауҙар алдында белдерегеҙ, Ҡалҡыулыҡтар ишетһен тауышығыҙҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ