Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 2:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Өҫтәүенә, Ноф менән Тахпанхес халҡы башыңды ярҙы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Өҫтәүенә, Ноф менән Тахпанхес халҡы башыңды ярҙы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 2:16
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Соған башлыҡтары ахмаҡ булды; Ноф түрәләре үҙҙәрен үҙҙәре алдай; Мысыр ҡәбиләләренең башлыҡтары Мысырҙы юлдан яҙҙырҙы.


Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек, Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек. Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек, Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк.


Бөтә Йәһүҙә еренә йәйелеп, Уның боғаҙына етәсәк. Ғәскәрҙәр, ҡанаттарын йәйеп, Бөтөн илеңә туласаҡ, эй Ғиммануил!


Мысыр ерендәге Мигдол, Тахпанхес, Ноф ҡалаларында, Патрос ерендә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәр тураһында Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды.


«Мысырға хәбәр итегеҙ, Мигдолға ишеттерегеҙ, Нофта, Тахпанхеста иғлан итеп әйтегеҙ: „Аяғүрә баҫ, әҙерлән, Әйләнә-тирәңдәгеләрҙе ҡылыс ялмай“.


Эй Мысырҙа йәшәүселәр, Кәрәк-ярағығыҙҙы әҙерләгеҙ, Һөргөнгә китәсәкһегеҙ, Сөнки Ноф бушлыҡҡа әйләнәсәк, Емерелеп, кешеһеҙ ҡаласаҡ».


Хешбондың күләгәһендә Хәле бөтөп туҡтаны ҡасҡындар; Әммә Хешбондан ут, Сихон араһынан ялҡын сыҡты; Моавтың сикәһен, Башбаштаҡ кешеләрҙең түбәһен ялмар.


Раббы Хаким былай ти: «Мин бөтә боттарҙы емерәм, Нофтағы илаһ һындарын юҡҡа сығарам. Инде Мысырҙа хаким ҡалмаясаҡ, илгә дәһшәт һаласаҡмын.


Мысырға ут һалам. Син сикһеҙ ғазапҡа ҡалыр, Но ҡалаһының диуарын емерәсәктәр, Нофҡа көпә-көндөҙ дошман ябырыласаҡ.


Бәләнән ҡасһалар ҙа – Уларҙы Мысыр буйһондорор, Ноф ер ҡуйынына һалыр. Саф көмөшөн ҡый үләне баҫыр, Сатырҙарында сәнскәк үҫер.


Ғад хаҡында әйтте: – Ғадтың ерен Киңәйткәнгә шөкөр булһын! Ғад ҡулды-башты ботарлар Арыҫландай тыныс ятыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ