2 – Тор ҙа көршәксенең өйөнә бар, һүҙемде шунда әйтермен.
Ошо мәлдә Раббы Амус улы Ишағыяһҡа: – Бар, билеңдәге ҡыл туҡымаңды, аяғыңдағы ҡатаңды сисеп ташла, – тине. Ишағыяһ үҙенә ҡушылғанды эшләне: яланғас һәм ялан аяҡ йөрөнө.
Раббы миңә былай тине: – Бар, үҙеңә етен билбау һатып алып билеңә быу, ләкин уны һыуға тигеҙмә.
Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:
Мин көршәксенең өйөнә барҙым. Ул көршәк яһай торған түңәрәге артында эшләй ине.
Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар, Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр, Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине.
Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Хаким текә диуар өҫтөндә тора, уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ.