2 – Үҙеңә ҡатын алма, бында улдарың да, ҡыҙҙарың да булмаһын.
Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте: – Тиҙерәк был ҡаланан китегеҙ. Хәҙер Раббы уны һәләк итәсәк! Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.
Миңә Раббы һүҙе булды:
Сөнки был илдә тыуған улдар һәм ҡыҙҙар, уларҙы донъяға килтергән ата-әсәләр тураһында Раббы былай ти:
Өйләнегеҙ һәм улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ тыуһын. Улдарығыҙға кәләш алығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә бирегеҙ. Уларҙың да улдары һәм ҡыҙҙары тыуһын. Унда ишәйегеҙ, кәмемәгеҙ.
Байрамға ҡунаҡ саҡырған кеүек Мине дәһшәткә һалғандарҙы йыйнаның һәр тарафтан. Раббының асыу көнөндә ҡасып ҡотолған, Иҫән ҡалғандар булманы, Табып үҫтергән балаларымды Дошманым ҡырып бөтөрҙө».