Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Һошеяғ 5:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Әфраимды беләм Мин, Исраил Минең өсөн сер түгел; Һин фәхешлек итәһең, Әфраим, Исраил нәжесләнде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Әфраимды беләм Мин, Исраил Минең өсөн сер түгел; Һин фәхешлек итәһең, Әфраим, Исраил нәжесләнде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Һошеяғ 5:3
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә, Хөкөмдә, ситкәрәк этәһегеҙ.


Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине: Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.


Әфраим ел елгәрә, Көнө буйы көнсығыш еле артынан ҡыуа, Ялған менән залимлыҡты ишәйтә, Ашшур менән килешеү төҙөй, Мысырға зәйтүн майы оҙата.


Әфраим гонаһ ҡорбаны килтерер өсөн Бихисап ҡорбан усаҡтары эшләне. Тик был ҡорбан усаҡтары уны гонаһҡа батырҙы.


Раббы былай ти: «Эй Әфраим, һине нимә эшләтәйем? Йәһүҙә, һинең менән ни ҡылайым? Һеҙҙең тоғролоҡ бит – таңғы томан, Иртән юҡҡа сыҡҡан ысыҡ һымаҡ.


Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.


Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.


Әфраим яза көнөндә бушлыҡҡа әйләнәсәк – был дөрөҫ хәбәрҙе Мин Исраил ырыуҙары араһында тараттым.


Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.


Арамиҙар, Әфраим һәм Ремалъяһ улы менән бергә, һиңә ҡаршы яуыз ниәт йөрөтә. Әйтәләр:


Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Менашшеның меңдәре, Әфраимдың ун меңдәре, – уның мөгөҙҙәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.


Әммә сабый ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, һине ҡурҡыуға һалған был ике батшаның ерҙәре ташландыҡ ҡалыр.


Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.


Исраил халҡы араһында Ҡот осҡос нәмәләр күрҙем: Әфраим фәхешкә батҡан, Исраил нәжесләнгән.


Мин һиңә сүлдә, ҡоп-ҡоро ерҙә хәстәрлек күрҙем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ