1 Раббы Хаким миңә бына нимә күрһәтте: имеш, алдымда бешкән емеш тулы кәрзин тора.
Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим улы Йеһояхинды, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора ине.
Раббы Хаким миңә шундай күренмеш иңдерҙе: бына батша өлөшөнә төшкән иген йыйылып, баҫыуҙар ҡабат йәшелләнә башлағас, Ул саранча тубы хасил итте.
Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә харам бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».
Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул халҡын хөкөм итмәк булып ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды.
Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Хаким текә диуар өҫтөндә тора, уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ.
Ул минән: – Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин: – Кәрзин тулы өлгөрөп еткән емеш күрәм, – тип яуап бирҙем. Раббы миңә былай тине: «Халҡым Исраил хөкөм өсөн өлгөрөп етте, Башҡаса уны ғәфү итмәйәсәкмен.