9 Әгәр берәй йортта ун кеше ҡалһа, улары ла үлер.
Аталарының енәйәтенә күрә Уның улдарын салырға урын әҙерләгеҙ. Улар ҡалҡып донъяға хужа булмаһын, Ер йөҙөн ҡалалары менән тултырмаһын».
«Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй, Һарайҙарыбыҙға бәреп керә, Урамдарҙа балаларыбыҙҙы, Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте».
Раббы Хаким былай ти: «Исраилдың бер ҡалаһы Мең һуғышсыһын яуға сығарһа, Уларҙың йөҙө генә һау ҡалыр; Әгәр ҙә йөҙҙө сығарһа, Тиҫтәһе генә иҫән ҡалыр».