7 Шуға күрә һөргөнгә иң тәүҙә китерһегеҙ, Унда кәйеф-сафаға урын булмаҫ.
Йөрәгем бәлтерәне, бөтә тәнем ҡалтырай; Элек эңерҙе көтөп ала торғайным, Хәҙер ул ҡот осҡос мәлгә әүерелде.
Дөңгөр ҡағып, күңел асыу тамам, Уйын-көлкө килде ахырына, Арфаның моңдары баҫылды.
Шул уҡ төндө халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.
Диуарҙағы тишек аша бер-бер артлы Ҡаланан ситкә алып сығырҙар Һармон төбәгенә табан ырғытырҙар», – тип белдерә Раббы.
Мин һеҙҙе һөргөнгә оҙатам. Дамаскҡа ғына түгел, унан да йыраҡҡа», – ти исеме Күк ғәскәрҙәре Аллаһы булған Раббы.
Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк.
Сөнки Ғамос былай ти: «Яровғам ҡылыстан үләсәк, Исраил халҡы үҙ еренән һөргөнгә ебәреләсәк».
Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә харам бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».
Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр.
Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуыр, тик улар янығыҙҙа ҡалмаҫ, әсирлеккә китер.