Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғамос 6:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ҡайғы һеҙгә Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғамос 6:1
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һыуҙар беҙҙе йыуып ташлар ине, Ташҡын беҙҙе баҫып китер ине,


Сөнки томананы кирелеге харап итер, аҡылһыҙҙы ғәмһеҙлеге бөлдөрөр.


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы.


«Моав йәш сағынан һил йәшәне, Шарап төпрәһеләй тондо, Бер һауыттан икенсеһенә ҡойолманы – Һөргөнгә оҙатылманы; Шуға тәме боҙолманы, хуш еҫе үҙгәрмәне.


Тороғоҙ, ҡайғыһыҙ, вайымһыҙ йәшәгән Ошо ҡәүемгә һөжүм итегеҙ, – тип белдерә Раббы. – Ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ, Халҡы үҙ алдына йәшәй.


Мин затлыларына барайым, Улар менән һөйләшәйем; Әлбиттә, улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белә», – тинем. Әммә улар ҙа ҡалыптарын емергән, Бауҙарын өҙгәндәр икән.


„Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ.


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ, Мысыр ерендтәге нығытмаларҙа белдерегеҙ: «Самарияның тау баштарына артылығыҙ, Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ, Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!»


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Мин һеҙҙе һөргөнгә оҙатам. Дамаскҡа ғына түгел, унан да йыраҡҡа», – ти исеме Күк ғәскәрҙәре Аллаһы булған Раббы.


Самарияның боттары менән ант итеүселәр, Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“, Йә: „Беер-Шәвәғ юлы менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ».


Халҡым араһынан гонаһлылар, «Беҙгә афәт килмәй ул, Ул беҙҙе урап үтер», – тиеүселәр Ҡылыстан ҡырылып бөтөр.


Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа, тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?


Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, «Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ», – тигәндәрҙе язалайым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ