Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғамос 5:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғамос 5:5
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар бер-береһенә ант иткән ошо урын Беер-Шәвәғ тип аталды.


Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы.


Исхаҡ бынан Беер-Шәвәғкә күсте.


Исхаҡ был ҡоҙоҡҡа Шивға тип исем бирҙе. Шуға күрә ҡаланың исеме бөгөнгө көнгә тиклем Беер-Шәвәғ.


Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.


Сөнки рәхимһеҙҙәрҙең ахыры килер, Хурлаусылар юҡҡа сығыр, Яуызлыҡ ҡылырға әҙер торғандар ҡырылыр.


Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!


Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.


Исраилдың гонаһына сәбәп булған Бейт-Ауендың табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителер. Ҡорбан усаҡтарын билсән, сәнскәк баҫыр. Шунда тауҙарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!», Ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!» – тиерҙәр.


Ғилғәд – золом, Кешеләре бер нимәгә лә яраҡһыҙ. Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар, Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр».


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


«Гилгалдағы бар залимлыҡтары өсөн – Мин уларҙы шунда уҡ нәфрәт иткәйнем. Ҡылған яуызлыҡтары өсөн Уларҙы йортомдан ҡыуып сығарам. Бүтәнсә уларҙы яратмайым – Бөтә башлыҡтары фетнәсел.


Дамаск ҡапҡаларының биген ватам, Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын, Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм, Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы.


Исраилға енәйәте өсөн Хисап көнө еткән саҡта, Бейт-Илдәге ҡорбан усаҡтарын да юҡ итәм, Мөгөҙҙәрен ҡырҡып, ергә ырғытырҙар.


«Инде Бейт-Илгә килеп гонаһ ҡылығыҙ, Гилгалға барып гонаһығыҙҙы арттырығыҙ! Иртә һайын ҡорбан килтерегеҙ, Өс көн һайын ғөшөрөгөҙҙө бирегеҙ.


Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –


Инде Бейт-Илдә пәйғәмбәрлек итмә. Был батшаның изге урыны, батшалыҡтың ҡорамы! – тине.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә харам бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».


Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр, Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер, Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен.


Самарияның боттары менән ант итеүселәр, Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“, Йә: „Беер-Шәвәғ юлы менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ».


Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуыр, тик улар янығыҙҙа ҡалмаҫ, әсирлеккә китер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ