24 Бының урынына ғәҙеллек – йылға булып, Хаҡлыҡ кипмәҫ ташҡын булып аҡһын.
Тәҡүәлек менән ғәҙел ғәмәл ҡылыу Раббы алдында ҡорбан килтереүҙән өҫтөнөрәк.
Бойороҡтарымды тыңлаһаң икән! Ул саҡта именлегегеҙ – йылға, Бәрәкәтегеҙ диңгеҙ тулҡыны һымаҡ булыр ине.
Раббы былай ти: „Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән эш итегеҙ, таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡарығыҙ. Килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ, иҙмәгеҙ, был ерҙә ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәгеҙ.
Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –
Мин бит ҡорбан түгел, мөхәббәт теләйем. Тотош яндырыу ҡорбанынан бигерәк Алланы таныуығыҙҙы көҫәйем.
Шау-шыулы йырҙарыңдан арала Мине, Лирағыҙҙың ауазын ишеткем килмәй.
Эй һеҙ, ғәҙел хөкөмдө әремгә әйләндереүселәр, Хаҡлыҡты ергә түңкәрә бәреүселәр – ҡайғы һеҙгә!
Эй кеше, Раббы һиңә нимә яҡшы икәнен белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә: Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙы ярат, Аллаға күндәмлек күрһәтеп йәшә.