23 Шау-шыулы йырҙарыңдан арала Мине, Лирағыҙҙың ауазын ишеткем килмәй.
Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.
Бының урынына ғәҙеллек – йылға булып, Хаҡлыҡ кипмәҫ ташҡын булып аҡһын.
Лира сиртеп йыр һуҙаһығыҙ, Гүйә, Дауыт кеүек оҫта уйнайһығыҙ.
Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».
Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!»