Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғамос 5:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Шуның өсөн Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Хаким былай ти: «Бөтә майҙандарҙа – илау-һыҡтау, Барса урамдарҙа аһ-зар яңғырар. Игенсене ҡайғы уртаҡлашырға, Сеңләүселәрҙе матәм көнөнә саҡырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Шуның өсөн Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Хаким былай ти: «Бөтә майҙандарҙа – илау-һыҡтау, Барса урамдарҙа аһ-зар яңғырар. Игенсене ҡайғы уртаҡлашырға, Сеңләүселәрҙе матәм көнөнә саҡырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғамос 5:16
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һыҡтауҙары бөтә Моав илендә яңғырай; Илаған тауыштар Әглаимға, Беер-Әлимғә олғашты.


Ул көндө Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


«Ҡот осоп ҡысҡырған тауыштарҙы ишетәбеҙ, – ти Раббы. – Дәһшәт тауышы, именлек түгел.


Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!»


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм.


Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.


Бойҙай менән арпа өсөн Эй игенселәр, көйәләнегеҙ! Илағыҙ, баҡсасылар, йәш түгегеҙ, Сөнки бөтә уңыш юҡҡа сыҡты.


Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.


О, ул көн! Раббы көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән Һәләкәт булып килә ул!


Йәрәшелгән йәрен юғылтып, Хәсрәт кейеме кейгән йәш ҡыҙ һымаҡ илағыҙ.


«Тыңлағыҙ һәм Яҡуп нәҫелен иҫкәртегеҙ, – ти Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, –


Мин һеҙҙе һөргөнгә оҙатам. Дамаскҡа ғына түгел, унан да йыраҡҡа», – ти исеме Күк ғәскәрҙәре Аллаһы булған Раббы.


Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».


Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!»


Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.


Ул көндө һеҙҙе ғибрәт итеп һөйләрҙәр, Хәсрәтле йыр һүҙҙәрен ҡабатлап үсекләрҙәр: „Таланылар беҙҙе, таланылар! Минең халҡымдың өлөшөн һаталар! Ҡайғы беҙгә! Еребеҙ тартып алына! Баҫыуҙарыбыҙҙы беҙҙе әсиргә алғандарға өләшәләр“.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ