7 Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.
Раббы былай тине: – Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни!
Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итәм.
Сөнки Раббы миңә былай тине: «Ҡояш нурынан яралған эҫе, Ураҡ мәлендәге ысыҡ болотолай, Торлағымдан тыныс ҡына ҡарап торасаҡмын».
Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар, Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр, Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине.
Ул көндә Мин Исраил халҡын көслө итәм һәм уларҙың араһында һинең телеңде асам. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер».
Әммә мин Хәҡиҡәт Китабында яҙылғанды һиңә еткерермен. Мине улар менән алышта бер кем дә ҡеүәтләмәй – фәҡәт хакимығыҙ Михаил ғына ярҙамлаша.
Хәҙер мин һиңә хәҡиҡәтте хәбәр итәм. Фарсы илендә тағы өс батша идара итер, ә дүртенсеһе барыһынан да байыраҡ булыр. Байлығы ярҙамында бик тә ҡеүәтләнгәс, ул бөтәһен дә Яуан батшалығына ҡаршы күтәрер.
Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.