Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғамос 2:15 - Башкирский ВЗ (неполный)

15 Уҡсы аяғында ҡала алмаҫ, Аяғы етеҙ булған ҡасып өлгөрмәҫ, Һыбайлы ла йәнен ҡотҡара алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Уҡсы аяғында ҡала алмаҫ, Аяғы етеҙ булған ҡасып өлгөрмәҫ, Һыбайлы ла йәнен ҡотҡара алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғамос 2:15
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һул ҡулыңдағы йәйәңде бәреп төшөрәсәкмен, уң ҡулыңдағы уҡтарҙы тартып аласаҡмын.


Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.


Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.


Бабилға һәләк итеүсе килер, Һуғышсылары әсиргә төшөр, йәйәләре һыныр; Сөнки Раббы – ҡон ҡайтарыусы Алла, Әжерен ҡылғанына күрә бирер.


Батша тәхеттәрен түңкәрәм, Ҡәүемдәрҙең батшалыҡтарының көсөн ҡаҡшатам, Яу арбаларын кешеләре менән бергә ауҙарам, Бер-береһенә ҡаршы алышта Һыбайлылар аттары менән бергә дөмөгөр.


Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар.


Ҡорбан усағы янында торған Хакимды күрҙем, Ул былай тине: «Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ, Тупһаларына тиклем тетрәһен; Әйҙә, улар ишелеп кешеләрҙең башына төшһөн! Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям: Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ