Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғамос 1:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Раббы былай ти: «Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла – Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән Ғилғәдте төйгәнгә күрә

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Раббы былай ти: «Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән Ғилғәдте төйгәнгә күрә,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғамос 1:3
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар:


Булғаныңды ете, хатта һигеҙ өлөшкә бүлеп тарат, сөнки илдә ниндәй бәлә булырын белмәҫһең.


Ҡара үләнде ашлыҡ һуҡҡыс менән төймәйҙәр, Әнисте арба тәгәрмәсе менән һуҡмайҙар. Ҡара үләнде лә, әнисте лә таяҡ менән һуғалар.


Бына, һине яңы, осло тешле ашлыҡ һуҡҡыс иттем, Һин тауҙарҙы сүкеп онтарһың; Түбәләрҙе кәбәккә әйләндерерһең.


Әммә сабый ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, һине ҡурҡыуға һалған был ике батшаның ерҙәре ташландыҡ ҡалыр.


Сөнки Дамаск – бары тик Арамдың баш ҡалаһы; Ресин да – бары тик Дамасктың башлығы. Әфраим алтмыш биш йылдан тар-мар ителер, Ул халыҡ булыуҙан туҡтар.


Сөнки сабый: «Атай, әсәй», – тип әйтеп өйрәнгәнгә тиклем үк Ашшур батшаһы Дамасктың байлығы менән Самарияла таланған табышты үҙе менән алып китәсәк».


Раббы былай ти: «Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән, Аяу тигән нәмәне онотоп, Туғанына гел асыу һаҡлаған, Ярһыуына баш булмаған өсөн,


Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,


Раббы былай ти: «Газа енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн


Раббы былай ти: «Тир енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Туғандарса килешеүҙе онотоп, Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн


Раббы былай ти: «Енәйәт артынан енәйәт ҡылған – Енәйәттәре саманан ашҡан. Эдом батшаһының һөйәктәрен Көлгә ҡалдырып мәсхәрә иткән өсөн Мин Моавты язаһыҙ ҡалдырмайым:


Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла – Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Атайҙары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.


Раббы былай ти: «Исраил енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тәҡүә кешене – көмөш тингә, Ярлы-ябағаны бер пар ҡатаға һатҡан өсөн Уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым.


Әүлиәлек: Раббы һүҙе Хадрах еренә һәм Дамаскҡа йүнәлтелгән. Ысынлап та кешелектең, Бөтә Исраил ырыуҙарының күҙе Раббыға төбәлгән.


Был һүҙ Хадрах менән сиктәш Хамаҫ ҡалаһына, Халыҡтары үҙҙәрен аҡыллыға һанаған Тир менән Сидон ҡалаларына ла ҡағыла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ