5 Улар һине кеше ҡатынынан, татлы телле ят ҡатындан аралар.
Зирәклек һине ят ҡатындан, татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр.
Улар һине яман ҡатындан аралар, юха телле ят ҡатындан ҡурсалар.
Кеше ҡатынының ирененән бал тама, теле майҙай йомшаҡ яғыла –
Ниңә, улым, сит ҡатындан башың юғалтырға, кеше ҡатынының ҡуйынына һыйынырға?
Аҡылға әйт: «Һин – минең һеңлем!» зирәклекте: «туғаным» тип ата.
Бер мәл тәҙрәнән ҡараһам, тәҙрә рәшәткәһе аша күҙ һалһам,
Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.
Алдап-йолдап уны ҡыҙыҡтырҙы, тәмле теле менән үҙ ауына эләктерҙе.