3 Йөҙөк ише бармағыңа кей уларҙы, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй.
Мәрхәмәт менән тоғролоҡ һине ташламаһын, уларҙы мунсаҡ итеп муйыныңа таҡ, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй –
Уларҙы күҙ уңындан ысҡындырма, йөрәгеңдең иң түрендә йөрөт,
Уларҙы һәр ваҡыт йөрәгеңдә һаҡла, мунсаҡ һымаҡ, муйыныңда тағып йөрө.
Аҡылға әйт: «Һин – минең һеңлем!» зирәклекте: «туғаным» тип ата.
Раббы миңә әйтте: «Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын».
«Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ».
«Йәһүҙәнең гонаһы тимер ҡәләм менән яҙылды, Йөрәктәренең таҡтаташына, Ҡорбан усаҡтары мөгөҙөнә Алмас осо менән уйылды.
Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.