2 Өгөтөмдө тотһаң – көн күрерһең; өйрәткәндәремде күҙеңдең алмаһы һымаҡ һаҡла.
2 Өгөтөмдө тотһаң, көн күрерһең; өйрәткәндәремде күҙеңдең алмаһы һымаҡ һаҡла.
Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Тауҙарҙың нигеҙҙәре һелкенде. Раббының асыуы ялҡынланды.
Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.
Уларҙы күҙ уңындан ысҡындырма, йөрәгеңдең иң түрендә йөрөт,
Атам мине былай тип өйрәтте: «Һүҙҙәремде йөрәгеңдә һаҡла, бойроҡтарымды үтә – оҙаҡ йәшәрһең.
Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.
– Бирмәҫтәр, – тип яуапланы Йермеяһ. – Раббының минең аша һиңә еткергән һүҙҙәрен тыңла, шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.
Минең күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә. Мин – Раббы.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.
Был халыҡты Ул сүллектә тапты, Буп-буш, ҡырағай далала. Ҡурсаланы, баҡты, ҡараны, Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡланы.