1 Улым! Минең һүҙемде тот, ҡушҡанымдан аслан сыҡма.
Улым, ата нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма;
Аҡыллылар белем туплар, ахмаҡтың теле һәләкәтте яҡынайтыр.
Улым, мин өйрәткәнде онотма, бойороҡтарымды йөрәгеңдә һаҡла;
Уларҙы күҙ уңындан ысҡындырма, йөрәгеңдең иң түрендә йөрөт,
Уның аяҡтары үлем юлына төшә, аҙымдары үлеләр донъяһына йүнәлә.
Улым, атайыңдың бойороҡтарын тот, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма!
Ул бер ниндәй хаҡ та ҡабул итмәҫ, нимә бирһәләр ҙә, ризалашмаҫ.
Әгәр Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын тыңламаһағыҙ, үҙегеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәреп, бөгөн һеҙгә бойорған юлдан тайпылһағыҙ, ләғнәткә дусар булырһығыҙ.