3 Кеше ҡатынының ирененән бал тама, теле майҙай йомшаҡ яғыла –
Зирәклек һине ят ҡатындан, татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр.
Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.
Ниңә, улым, сит ҡатындан башың юғалтырға, кеше ҡатынының ҡуйынына һыйынырға?
Улар һине яман ҡатындан аралар, юха телле ят ҡатындан ҡурсалар.
Алдап-йолдап уны ҡыҙыҡтырҙы, тәмле теле менән үҙ ауына эләктерҙе.
Улар һине кеше ҡатынынан, татлы телле ят ҡатындан аралар.
Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.
Ирендәрең солоҡ балдай татлы, Наҙлы һүҙең – бал да май, кәләшем минең. Кейемеңдән аңҡый Ливандың хуш еҫе!