7 Иң мөһиме – аҡыл. Аҡыл тупла, мал-мөлкәттән ғәйре белем йыйна.
Көмөш нисек кешене һаҡлаһа, Аҡыл да шулай уҡ һаҡлай, Бына ғилемдең файҙаһы: Аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай.
Хәҡиҡәт һатып ал, уны һатма, аҡыл, тәрбиә һәм ғилем йый.
Зирәклек ҡаҙаныу алтынға эйә булыуҙан, белем ҡаҙаныу саф көмөштән яҡшыраҡ.
Ялған юл менән табылған байлыҡ – таралып китер томан һәм үлем тоҙағы.
Бына бер кеше – яңғыҙ, балаһы ла, ағай-энеһе лә юҡ. Көнө-төнө эшләй, ләкин күҙе һаман байлыҡҡа туймай. Ул: «Кем өсөн эшләйем һуң мин, ниңә үҙемде тормош ләззәтенән мәхрүм итәм?» – тип әйтә белмәй. Был да – буш мәшәҡәт, был да – яман эш.
Аҡыл тупла һин, белем йый, әйткәнемде онотма, һүҙемдән сыҡма.
Донъя бар булғандан алда, әүәлдән үк барлыҡҡа килдем мин.
уны көмөш эҙләгән һымаҡ, йәшерен хазина һымаҡ эҙләһәң, –